Интересное О Людях
Зулькарнаева Шаулия Алкинская. Стихи на баш.языке Из книги "кемдәр улар. Ш и ғ ы р ҙ ар"

Самиздат: [Регистрация] [Найти] [Рейтинги] [Обсуждения] [Новинки] [Обзоры] [Помощь|Техвопросы]
Ссылки:
Школа кожевенного мастерства: сумки, ремни своими руками Типография Новый формат: Издать свою книгу

  Зулькарнаева Шаулия Алкинская. Стихи на баш.языке Из книги "Кемдәр улар. Ш и ғ ы р ҙ ар"
  
  
  Кемдәр улар. Ш и ғ ы р ҙ ар
  Шәүлиә Зөлҡәрнәева. Кемдәр улар. Ш и ғ ы р ҙ а р . .....................20
  
  Кемдәр улар
  
  Үҙ аллы уйлауҙың тәүге шарты -
  эшләгән эште һөйөү.
  Иҫәнбикә Туған
  Кемдәр улар шағирҙар?
  Ниндәйен кешеләр,
  Шағирҙар... Ауыҙлы,
  Эсендә теше бар.
  Иң ҡаты есем ул
  Кешелә был тештәр.
  "Тел" тигән есемде
  Һаҡлаусы ул көстәр.
  Шул теле - шағирҙың
  Берҙән6бер ҡоралы,-
  Күтәрә, төшөрә,
  Йығылта торғаны.
  Теленән шағирҙы
  Һөйәләр, һиҙәләр.
  Артынан юлына
  20
  
  Шәүлиә Зөлҡәрнәева (1946) Учалы районы Ахун ауылынан. Стәрлетамаҡ педагогия
  институтын тамамлай, уҡы тыусы булып эшләй. Яҙыу сы лар союзы ағзаһы. Учалы
  ҡалаһында йәшәй.
  
  Көл, сүп6сар... Юҡ, түгел! -
  Гөл6сәскә һибәләр.
  Шағирҙың халәте -
  Яңғыҙлыҡ. Үҙаллыҡ.
  Уйҙарҙан уйылып
  Донъяны күҙаллау.
  Шағирҙың яҙмышы -
  Яҙыныу, ҡаҙыныу.
  Мөҡәддәс һүҙ эҙләп,
  Шиғырға табыныу.
  Барыһын һөҙгөсләр
  Шағирҙа йөрәк бар,
  Кешелек таҙартыр
  Иманлы теләк бар.
  Тағы ла башы бар -
  Бик хәтәр ҡоролош.
  Тарихта был баштар
  Эшләгән боролош.
  Баш уйлай. Уйҙарҙан
  Һүҙҙәрең "бешәләр".
  Ләззәтле емештәр
  Ҡағыҙға төшәләр.
  Мөкиббән шағирҙар
  Шиғриәт эшенә.
  "Ҡамыт"ын алышмаҫ,
  Алтындар бирһендәр.
  Шағир ул - бер ҡәлғә
  Ай6һайҙар инеүе...
  Шағир ул - яңғыҙ ҡош -
  Осоуын белеүе.
  
  Көрәш
  
  Күреп киләм - текмә артында,
  Баҡсамдың эсендә - сит бауыр.
  Оҙаҡҡа һуҙылды килмәүем,
  Ингәндер шуға ла әзмәүер.
  
  Шәүлиә Зөлҡәрнәева 21
  
  Яҡынға етәрәк күрәмен:
  Кәрешкә төҫөндә күлдәктә
  Ә буйы... Буйҙары, ай6һай6һай!
  Һөйкөмлө былайын күрмәккә.
  Күкрәге - яландай, буй - мыҡты,
  Йыраҡтан күҙәтә атлашым.
  Әйтерһең, сәләмләй ҡыуанып,
  Күргәндәй бер яҡын яҡташын.
  Сәстәре бөҙрәһен ел тарай,
  Арҡаһын терәгән текмәгә.
  Этлектең сығырға уй ҙа юҡ -
  Инеүе түгелдер тикмәгә.
  Ул ҡарай, ҡарашы ялмауыр,
  Иманһыҙ, күҙ быуа - арбай бит.
  Шулай ҙа күҙҙән тыш күңел бар -
  Шик һымаҡ бер нәмә ҡалмай бит.
  Бирсәткә кейелгән ҡулдарым
  Яулыҡты рәтләгән булалар.
  Тирәктән ҡалҡынып, шул ваҡыт
  Сәпсектәр йүкәгә ҡуналар.
  Буйына һынаулы һирпелеп,
  Ҡаршыһына яҡын киләмен.
  Тирә6йүн - үрмә гөл, раузалар,
  Аяҡ аҫты - үлән келәме.
  Уйымда бер теләк - әрһеҙҙе
  Нисек тә еремдән ҡыуырға.
  Кем ҡушҡан йоҙаҡлы йорт6ергә
  Хужаһыҙ ваҡытта керергә.
  Иҫәнлек бирәйем шулай ҙа,
  Тигәндә алдында абындым.
  Ҡосағына ауҙым, күҙҙәремә
  Йәшел төҫтәр генә сағылды.
  Эләктереп алды йәһәт кенә -
  Ҡулдары, әйтерһең, ҡыпһыуыр.
  Ҡосағы яндыра - йөҙ ватт бар -
  Лампочка тоҡаныр ут тыуыр.
  
  22 Шиғриәт
  
  Ә үпкән ирене? Уй, зәһәр!
  Әйтерһең, ялҡында яндыра:
  Бейетә ҡандарҙы тондороп,
  Хатта ки күҙ йәшен тамдыра.
  Ҡапылда эләккән был хәлгә
  Баҙайым да төшәм, ҡойолоп.
  Йүнһеҙҙең ошондай ҡылығын
  Сәпсектәр күрәләр оялып.
  Битемдең янғанын тоямын,
  Беләктә, әйтерһең, мең ҡаяу.
  Күрһәләр күршеләр, көлөрҙәр -
  Телдәргә бер төшһәң, юҡ аяу...
  Улай ҙа итәмен, былай ҙа
  (Һөйәк тә түгел шул еңелдән),
  Был ҡәһәр төшкәндең ҡулынан
  Булаһым килмәй шул еңелгән.
  Тырышам нисек тә еңергә:
  Башҡаса бер әмәл тапмағас,
  Тартамын бер үҙәк тамырын -
  Тотҡандай бер эҫе табағас.
  Әрнеүгә түҙалмай был "ғифрит",
  Ялбыр6йолбор килеп сайҡала.
  Ул ара тырнаша, семетә -
  Өнһөҙ көрәш бара, айҡалаш.
  Ғәйрәтемә ҡөҙрәт - билдән алам,
  Әллә нисек быға көс еткән?!
  Саяланып тороп тартҡаныма
  
  Ауып китте
  
  Тауҙай кесерткән.
  Өфө - Учалы юлдары
  Һигеҙ сәғәт урман араһынан
  Автобуста елеп бараһың.
  Юл буйына бөтә эшең берәү -
  Шылған һүрәтләмә ҡарайһың.
  Анау төштә Ирәмәле ҡалды,
  Түбәһендә һаман ҡар ята.
  Шәүлиә Зөлҡәрнәева 23
  Тауҙар, тауҙар... Ҡаҙап ҡуйған кеүек
  Ҡарағайҙар япҡан һәр яҡтан.
  "Ҡәйнә теле" эргәһендә - упҡын,
  Шыршы башы аҫта сайҡала.
  Ҡайҙа аҫҡа ҡарау, йөрәк - уста,
  Тел өйөрә бер һүҙ: "Ай, Аллам!.."
  Имен генә, ярай, үтеп киттек,
  Ә түбәндә яна машина.
  Кемдең ғәзиздәре икән осҡан,
  Бәлә килде кемдең башына?
  Урман коридоры аша - үргә,
  Бында һалҡын еңел кейемдә.
  Бейек нөктә. Самолетта кеүек
  Ҡолаҡ сыңлай, ҡайнай мейең дә.
  Тулҡындарҙа йөҙгән карап кеүек
  Йә тауҙарға ашып, йә төшөп,
  Матурлыҡты күҙҙәр менән эсеп,
  Эй, еләбеҙ бешеп йә өшөп.
  Туйҙыралыр әгәр көн дә күрһәң,
  Електерә хатта сибәр йөҙ.
  Тик тәбиғәт һәр саҡ күҙ һөйөмө -
  Ялыҡтырмай, туймай күреп күҙ.
  Бағышлауҙар
  Иман төшөнсәһе ҡасҡан илдә -
  Холоҡһоҙлоҡ. Юҡ бер тоғролоҡ.
  Һин бер утрау. Ҡалай һаҡландың һин?
  Ихласлығың йырға торорлоҡ.
  ***
  Мөхитемдең рухи һандығының
  Зиннәттәрен яйлап талайҙар.
  Ошоларҙы күреү, һиҙеү ауыр -
  Башҡа өсөн был хәл ҡалайҙыр...
  * * *
  Һоҡланамын булмыш6сифатыңа,
  Бейек һинең күңел донъяһы.
  Рухың бейеклеген, аҡыл асылыңды
  Аңлайһы бар әле, аңлайһы.
  
  24 Шиғриәт
  * * *
  Тура һүҙле сая замандашым,
  Тотанаҡлы, ғәҙел фекерле!
  Булмағаның өсөн ике йөҙлө
  Һине яратамын түгелме?
  ** *
  Сей утын, мыжыҡ ир, илаҡ бала -
  Ҡатындарҙы ошо ҡартайта.
  Йыш банкеттар, бәйһеҙлек, импотент -
  Ир6заттарын ошо ҡалтайта.
  
  Тыйнаҡ матурлыҡ
  
  Өфөләге "Нефтсе" мәҙәниәт йортона
  ҡаршы юл аша мөйөштә ағаслыҡ бар.
  Был ағасты күптән шәйләгәнем -
  Ышыҡ ҡына ергә ылыҡҡан.
  Күргәндәрем булды томра йәйҙә,
  Иңендә ҡар - ҡышҡы һыуыҡта.
  Бер миҙгелгә аҡ шау булып ала,
  Ҡыҫан ерҙә балҡып бер үҙе.
  Сәскә атмаҫ башҡа араһында
  Ул бер үҙе һомғол, иң төҙө.
  Ағас урауында сабыр ғына
  Тора. Күҙгә кермәй оҙон йәй.
  Селләләрҙә ҡоштар ҡунып китә,
  Күләгәгә ята эт, бесәй.
  Август еткән. Бөгөн үтеп барам:
  Алмағасым ҡыҙыл "ут" булған!
  Япраҡтарҙан күбе емештәре -
  Алмалары бешеп, һут тулған.
  Баш ҡаланың үҙәк урамында
  Машиналар саба, кешеләр.
  Бер мөйөштә торған мөғжизәне
  Күрә микән берәй өфөләр? https://kitaptar.bashkort.org/files/aghizel,_aprel_2012.pdf


Связаться с программистом сайта.

Новые книги авторов СИ, вышедшие из печати:
О.Болдырева "Крадуш. Чужие души" М.Николаев "Вторжение на Землю"

Как попасть в этoт список

Кожевенное мастерство | Сайт "Художники" | Доска об'явлений "Книги"